Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с Днем местного самоуправления


22.04.2014 Хәйерле кис, хөрмәтле райондаштар, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һәм килгән ҡунаҡтар!
Бөгөнгө күркәм сарала барығыҙҙы ла   ихлас сәләмләйем! Мәғлүм булыуынса, 2014-се йыл  Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде.  “Донъяны йәмлерәк итәйек!” өндәмәһе аҫтында ауыл биләмәләре араһында “Тыуған төйәгебеҙҙе данлап” исемле фестиваль –эстафета үтте. Мәҙәниәт йылының эмблемаһы төшөрөлгән штандарт районды урап сығып, бөгөнгө көндә сәхнә түрендә үҙ урынын ала.  Фестивалдә ауыл халҡының юғары ойошҡанлығы, әүҙемлеге һәм таланттарға бай булыуы тағы ла раҫланды.
Бөгөнгө гала-концерттың урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө менән бергә уҙғарылыуы икеләтә әһәмиәтле. Ғөмүмән, мәҙәни эстафета 2014 йылдың иң иҫтә ҡалырлыҡ сараларының береһе булыр, тип иҫәпләйем.
Рәсәйҙә урындағы үҙидаралыҡ институтының ролен һәм әһәмиәтен үҫтереү, демократия һәм гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешен тәъмин итеү маҡсатында  Рәсәй Президенты В.В.Путин  2012 йылдың июнендә махсус Указын ҡабул итте. Ошо хоҡуҡи актҡа ярашлы муниципаль берәмек хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районда был көн беренсе тапҡыр билдәләнә һәм киләсәктә традицион рәүештә дауам итер тип ышанам. Халыҡ менән эшләү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ауылдың ижтимағи-сәйәси һәм  иҡтисади  хәлен  үҫтереү, йәғни барлыҡ урындағы әһәмиәтле эштәрҙе атҡарып сығыу бурысы муниципаль хеҙмәткәрҙәргә йөкмәтелгән.
Заманға ярашлы  халыҡ әүҙемләште,  төрлө кимәлдәге өмәләр, саралар үткәргәндә, һәр кем теләп, ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша. Бөгөн иһә эшләрлек, халыҡты күтәреп алырлыҡ һәм үҙ артынан эйәртерлек кешеләр етәрлек.  Муниципаль берәмек органдарының Бөрйән районы башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар Советы, ветерандар Советы, инвалидтар ойошмаһының беренсел бүлексәһе, шулай уҡ яңы ғына ойошторолған Атайҙар Советы кеүек йәмәғәт ойошмалары һәм  депутаттар менән берлектә эшләүе үҙ һөҙөмтәләрен  бирә. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына халҡыбыҙға хас булмаған насар күренештәрҙе кәметеү маҡсатында йәмәғәт ойошмалары менән әүҙем эшләргә кәрәк.  Әбделмәмбәт ауылы магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатылмауы яҡшы күренеш. Был тәжрибәне башҡа ауылдарҙа тормошҡа ашырыр кәрәк. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыуҙы, халыҡты йәмәғәт һәм мәҙәни-спорт сараларына йәлеп итеү беҙҙең төп  маҡсат.  Оло йәштәге инәй-олатайҙарҙы,  уҡытыусыларҙы йәлеп итеп, уларҙың ғаиләләргә иғтибарын арттырып, лайыҡлы алмаш тәрбиәләү эшен яйға һалыу мөһим. Был йәһәттән ғаиләләр тарҡалыуы, суицид, социаль етемлек кеүек проблемаларҙы һыҙыҡ аҫтына алып адреслы эшләү зарур. Ата-әсәләрҙән балаларын тартып алырға түгел, ә тейешле ярҙам күрһәтеп, балаларын ғаиләлә ҡалдырырға тырышыр кәрәк.
Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларға ярҙам ҡулы һуҙыу, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау маҡсатында Йәштәр советы ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә.  
Ауыл тормошон яҡшыртыу беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Бөгөнгө көндә урындағы үҙидаралыҡҡа тос өлөш индереп, йәмәғәт эштәрендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған ауыл биләмәләре бар. Улар иҫәбенә Әтек, Кейекбай, Байғаҙы, Ырғыҙлы, Ҡыпсаҡ һәм Тимер ауыл биләмәләре хакимиәттәрен индерергә була.
Халыҡ төрлө һорауҙар, тәҡдимдәр менән иң тәүҙә урындағы үҙидара органдарына мөрәжәғәт итә. Хакимиәт – ул түрә креслоһы ғына түгел, ә халыҡ алдында оло яуаплылыҡ тойоп, уның мәнфәғәтендә эшләү урыны. Барыбыҙ ҙа ошо принцип буйынса эшләргә тейешбеҙ.  Башлыҡ вазифаһын алып барыусы һуңғы яңылыҡтарҙы, закондарға индерелгән үҙгәрештәрҙе белеп һәм күҙәтеп барырға, йәғни эште дөрөҫ ойошторорға, заман менән бергә атларға тейеш. Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – халыҡҡа был тормошта үҙен табырға ярҙам итеү, әүҙемдәргә ҡамасауламау, көсһөҙҙәргә ярҙам күрһәтеү.
Хөрмәтле урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Барығыҙға ла яңынан – яңы уңыштар, һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Тантананы дауам итеп уңышлы эшмәкәрлек алып барған ауыл биләмәһе хакимиәттәрен һәм муниципаль берәмек хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп китергә рөхсәт итегеҙ.


Возврат к списку