Вернуться к обычному виду

Поздравление главы Администрации с днем работников торговли,бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства.


18.03.2014 Хөрмәтле торлаҡ - коммуналь хужалыҡ, сауҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!
Һәр кем үҙе йәшәгән йорт, урам, ауыл йәки ҡала күркәм, матур һәм тәрбиәле булыуын, йорттарҙа йылылыҡ һәм һыуҙың, ут һәм газдың өҙөлмәүен теләй. Беҙҙең йорттарҙағы таҙалыҡ һәм урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең йәшәү сифаты һәм яҡшы кәйефе башлыса һеҙҙең еңел булмаған  хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәләренә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенә бәйле. Тотош алғанда йылытыу миҙгеле етди аварияларһыҙ тамамлана. Был тармаҡтың ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә яҡшы әҙерлеген, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәр оҫталығын һәм яуаплы булыуын күрһәтә. Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе еңел булмаған үҙгәрештәр осоро кисерә. Һеҙҙең был эштә әүҙем ҡатнашыуығыҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки беҙ дөйөм маҡсатҡа – районды матур, бөхтә, йәшәү өсөн уңайлы итергә ынтылабыҙ.
Бөгөн сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү  өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.Һеҙҙең тармаҡ йәмғиәт өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.Бөгөнгө йәшәйеште кибеттәрһеҙ,сауҙа һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү үҙәктәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Улар халыҡтың ихтыяжын тулыраҡ ҡәнәғәтләндерергә, тәҡдим ителгән тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең төрөн киңәйтергә, сифатын яҡшыртырға   тырыша. Һәр берегеҙгә башҡарған  хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар, һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!

Район хакимиәте башлығы                                         Д.Ә.Әхмәтйәнов.

Возврат к списку