Вернуться к обычному виду

Отчетный доклад главы Администрации


18.03.2014 Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район етәкселәре!
2013 йыл ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Бөрйән районында раҫланған планға ярашлы Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған төрлө саралар ойошторолдо. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостан Республикаһында бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайланды. Район халҡы  был эштәрҙе атҡарыуҙа һәр ваҡыттағыса юғары әүҙемлек күрһәтте.
Район Хакимиәте үҙенең эшен Бөрйән районы муниципаль район Уставына, федераль һәм республика ҡануниәттәре билдәләгән вәкәләттәр, маҡсатлы программалар нигеҙендә башҡарҙы.
СОЦИАЛЬ-ИҠТИСАДИ ҮҪЕШ                                                    
Бөрйән районында һуңғы йылдарҙа социаль-иҡтисади үҫештең күрһәткестәре тотороҡло булыуы күҙәтелә. Райондың географик урынлашыуы һәм эре сәнәғәт үҙәктәренән алыҫ булыуына бәйле урында ҙур етештереү объекттары юҡ. Уның төп нигеҙе – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ.
2013 йылда яҡынса 237 млн. һумлыҡ урында етештерелгән тауарҙар һатылды һәм хеҙмәтләндереү күрһәтелде. Иҡтисади эшмәкәрлектең сәнәғәт етештереү индексы – 112 процент.
Сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуында тауар әйләнеше 583 млн. һәм халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәтләндереү күләме 125 млн. һум (104%) тәшкил иткән.
Районда уртаса айлыҡ эш хаҡы республика кимәленән кәмерәк, бөтә төр предприятиеларҙа уртаса эш хаҡы 15 мең 283 һум булды, үткән йыл менән сағыштырғанда 18%-ҡа артҡан.
Үткән йылдың һөҙөмтәләре буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 546 субъект теркәлгән, шул иҫәптән 2 – бәләкәй, 3 – урта, 56 – микропредприятие, 417 – шәхси эшҡыуар һәм 68 крәҫтиән-фермер хужалығы. Айырыуса, сауҙа, хеҙмәтләндереү, ағас эшкәртеү һәм туризм үҫешкән. Һуңғы ике йылда һалым органдарында 149 яңы эшҡыуар иҫәпкә торған һәм 193 эшҡыуарлыҡ субъекты ябыла.  Страховка иғәнәләренең артыуына бәйле был өлкә ауырлыҡтар кисерә.
2014 йылда районда 169 сауҙа предприятиеһы эшләй, шул иҫәптән 13 объект Башпотребсоюздың филиалдары булып торған «Шүлгән» һәм «Тендер» ойошмалары, «Хазина» комплексы. Уларҙың дөйөм майҙаны - 8755, сауҙа майҙаны  3519 кв.м.,  йыллыҡ тауар әйләнеше 572 млн. һум.
Әлеге ваҡытта 4 йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары бар, шул иҫәптән «Диана» (50 урын), «Мәсем» (30 урын), «Золотое кольцо» (20 урын) кафелары һәм «Шүлгән» ашханаһы (80 урын). Йәйге осорҙа Байназар, Кейекбай һәм Иҫке Собханғол – Ҡағы йүнәлешендә 3 юл кафеһы эшләй, уларҙың тауар әйләнеше 11 млн. һум.
Был өлкәлә туризм, халыҡҡа хеҙмәтләндереү күрһәтеү, сувенирҙар эшләү, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм ҡортсолоҡ тулыһынса үҫешмәгән. Был йүнәлештәрҙе заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә еткереү беҙҙең һәм эшҡыуарҙарҙың төп маҡсаты.
Эшҡыуарлыҡ тармағын үҫтереү өсөн район маҡсатлы программаларҙа ҡатнаша, хакимиәт тарафынан төрлө консультатив, аңлатыу эштәре алып барыла һәм кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә.
«2013-2018 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программа сиктәрендә уҙған йылда район бюджетынан конкурс үткәреү юлы менән 3 субъектҡа 600 мең һум бүленде.  Ошондай уҡ дәүләт программаһына ярашлы республика бюджетынан уртаҡ финанслау шарттарында 7 субъектҡа 2 млн. 665 мең һум субсидия бүленде.
Урындағы бюджетҡа бәләкәй эшҡыуарлыҡтың һалымдарынан 8 млн. һум, башҡа түләүҙәрҙән 3 млн. һумдан ашыу сумма инде.
Социаль-иҡтисади өлкәне үҫтереү һәм халыҡты хеҙмәтләндереүҙә банк өлкәһенең үҫешмәүе төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Бөгөнгө көндә районда ике банк («УралСиб» һәм «Сбербанк России» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре) эшләй һәм «Россельхозбанк» ойошмаһының вәкиллеге бар. Район үҙ теләк һәм талаптарын был өлкә хужаларына ҡуя. Киләһе йылда «Сбербанк России» ойошмаһы үҙенә яңы офис төҙөү теләген белдерҙе.
Ҡануниәттең ҡаты талаптары, юлдарҙың төҙөк булмауы, банк өлкәһе, электр һәм газ менән тәьмин ителеш үҫешмәү сәбәпле инфраструктура ныҡ аҡһай.
Эшҡыуарҙарҙы заман талаптарынан ҡурҡмай, үҙ эштәрендә яңы алымдар ҡулланып берләшеү, маркетинг һәм башҡа элементтарҙы ҡоралға алып эшләүҙәренә ышаныс бар.
2013 ЙЫЛДА РАЙОН БЮДЖЕТЫ ҮТӘЛЕШЕ
2013 йылда райондың йыйылма бюджетына 511 млн. һум килем тупланды, шуның эсендә райондың үҙ өлөшө 84 млн. һум тәшкил итеп 16,4% булды.
427 млн. һум (83,6%) республика һәм федераль бюджеттан вәкәләттәрҙе үтәү өсөн районға бирелгән аҡса иҫәбенә тура килә.
Район бюджетының һалым һәм һалым булмаған түләүҙәр тупланмаһы 67,6 - физик шәхестәрҙең килеменән, 9,3 – айырым эшмәкәрлек төрҙәренән килгән һалымдан, 6,7 – ер һәм мөлкәт һалымынан, 8,7 процент муниципаль ер, мөлкәт һатыуҙан һәм ҡуртым түләмәләренән тора.
Йыйылма бюджеттың сығымдар өлөшө 497 млн. һум булды, шул иҫәптән 51 – дәүләт идараһына, 46 - милли иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеүгә, 38 – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, 260 – мәғарифты, 31 – мәҙәниәтте, 32 миллион һум социаль түләүҙәрҙе финанслауға тотонолдо.
Муниципаль бюджетты тулыландырыу, халыҡтың ер һәм мөлкәтен иҫәпкә алдырыу, эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген асыҡлау маҡсатында, ауыл хакимиәттәре менән берлектә ведомство-ара комиссия ултырыштары үтте. Унда 38 шәхси эшҡыуар һәм етәксенең эше ҡаралды.
Планға ярашлы финанс идаралығы тарафынан 10 учреждение тикшерелде һәм уларҙа бөтәһе 433 мең һумдың эффектһыҙ ҡулланылыуы асыҡланды, шул иҫәптән  177 мең һум маҡсатҡа яраҡһыҙ тотонолған. Был сумма ошо учреждениеларҙы финанслауҙан ҡыҫҡартылды.
Йыл аҙағына район буйынса халыҡтың  2024 ер участкаһы өсөн 546 мең һум, 780 йорт өсөн 280 мең һум һалымдар түләмәй бурыслы ҡалыуы хафаға һала.
Бюджеттың бөтә кимәлдәре буйынса һалым түләүселәрҙең бурыстары йыл аҙағына 6,6 млн. һум, шул иҫәптән урындағы бюджетҡа бурыс – 6,4 млн. һум тәшкил итте.  
Район үҙ килемен йыйыу буйынса республика рейтингында 50-се урында тора.
Район бюджетының наҡыҫ булыуы объекттарҙы ремонтлау, төп фондтар һатып алыу, урамдарҙы яҡтыртыу һәм ауыл эсендәге юлдарҙы тәртипкә килтереү кеүек мөһим эштәргә тейешле кимәлдә финанс бүлеүгә мөмкинлек бирмәй.
Ерҙе һәм шәхси милекте иҫәпкә алыу, эйәһеҙ мөлкәтте асыҡлау, райондың йыйылма бюджетын тулыландырыу буйынса бөтә ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Бюджетты тулыландырыуҙа әле мөмкинселектәр күп һәм уларҙы тормошҡа ашырыу беҙҙең бурыс.
ЕР ҺӘМ МИЛЕК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ
Райондың дөйөм майҙаны 444,4 мең гектар, уның урындағы бюджетты тулыландыра торған, йәғни килем биргән өлөшө ни бары 7,1% тәшкил итә, шул иҫәптән 6 - ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, 0,8 - ауыл биләмәләренең һәм 0,2 процент сәнәғәт йүнәлешендәге ерҙәр.
Ер – беҙҙең район өсөн муниципаль милек мәсьәләһенең иң ҡатмарлыһы һанала. Башҡортостан Республикаһында ер мәсьәләләрен яйға һалыу буйынса 3 һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала, инвалид бала тәрбиәләүсе граждандарға бушлай бер тапҡыр ер бирелә. Район хакимиәтенә 2013 йылда 530 күп балалы һәм 25 инвалид бала тәрбиәләүсе граждандар бушлай ер биреүҙе һорап, ғариза менән мөрәжәғәт итте. Улар өсөн 400 ер участкаһы формалаштырылды. Башҡа граждандарға 214 ер биләмәһе килешеү нигеҙендә ҡуртымға бирелде.
Ерҙе тейешенсә тотонмау проблемаһы системалы ҡараш талап итә. Ер хужаларына төҙөлөш башларға бер яҡтан ағас сығартыу ҡыйынлыҡтары ҡамасаулаһа, икенсе яҡтан коммуналь инфраструктураның һәр ваҡыттағыса бирелгән ер өлөштәре артынан өлгөрмәүе аяҡ сала. Был хәлдән берҙән-бер сығыу юлы – коммуникацион төҙөлөштө комплекслы рәүештә алып барыу, объекттарҙың төҙөлөш планын 5-10 йылға алдан күҙаллау һәм райондың сикләнгән бюджетын төрлө йүнәлештә сарыф итмәй перспектив өлкәләргә йүнәлтеү. Район территорияһында ауыл биләмәләренең генераль төҙөлөш пландарын булдырыу ҙа ошо йүнәлеште үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Ауыл ерҙәре сиктәрен киңәйтеү, төҙөлөшкә ер биреү эше ҡатмарлашты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, граждандарға шәхси төҙөлөш алып барыу өсөн шарттар булдырыу маҡсатында ныҡышмаллы эш алып барыла.
Шәхси йорттар төҙөү, хужалыҡ, сауҙа итеү, бесән сабыу, туризмды үҫтереү һәм башҡа маҡсаттар өсөн граждандар һәм юридик шәхестәргә, фермер хужалыҡтарына 221 гектар ер ҡуртымға бирелгән. Шулай уҡ 1326 гектарлыҡ ер участкаһына 1515 ҡуртым килешеүе ғәмәлдә булды.
Муниципаль милек менән файҙаланыуҙан бөтәһе 12 млн. һум килем инде, шул иҫәптән, ер һәм мөлкәтте ҡуртымға биреүҙән 7 млн. һум.
«Землемер» муниципаль унитар предприятиеһы 5,4 млн. һумлыҡ ер-кадастр эштәре башҡарҙы. 420 межа планы төҙөлдө. Әтек һәм Иҫке Собханғол ауыл биләмәләрендә пай ерҙәрен бүлеү, 327 күп балалы ғаиләләргә ер участкаһы биреү буйынса кадастр эштәре үтәлде.
Халыҡтың ерҙе әүҙем алыуҙары бер яҡтан ыңғай күренеш булһа, икенсе яҡтан был ер биләмәләренең маҡсатһыҙ тотонолоуы борсой. Ошо хәлде еңеләйтеү маҡсатында район хакимиәтендә ер мәсьәләһен контролдә тотоусы штат булдырылды. Ул белгес тейешенсә тотонолмаған ерҙәрҙе, түләүҙәр һәм бурыстары булған ер хужалары менән эш алып барасаҡ.  Буш торған биналарҙы эффектлы тотонорға кәрәк. Ҡуртымға бирелгән биналар өсөн бурыстар 2014 йылдың 1 ғинуарына 424 мең һум.
АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ
Ауыл хужалығы һәм шәхси хужалыҡтарҙың үҫеше – ауыл халҡы йәшәйешенең яҡшырыу күрһәткесе булып тора.
Районда 77 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән 5 етештереү кооперативы, 2 муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, 1 яуаплылығы сикләнгән ойошма, 68 крәҫтиән-фермер хужалығы, «Бөрйәнагро» муниципаль унитар предприятие, 132-се һөнәрселек училищеһы, 4332 шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.
Йыл аҙағына ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 15318 эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә, һыйырҙар - 5946, йылҡы – 3364, ваҡ мал – 16703 башҡа етте.
2013 йылда ауыл хужалығы предприятиеларында 7353 ц һөт етештерелгән, уның 5642 центнеры һатыуға сығарылған. Һәр һыйырҙан 2048 кг һөт һауып алынған. Бөгөнгө көндә ит малсылығы менән 5 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 3 крәҫтиән-фермер хужалығы шөғөлләнә, уларҙа 512 баш мал бар, шул иҫәптән 231 һыйыр.
Район буйынса хужалыҡтарҙа 2502 центнер ит етештерелгән, шул иҫәптән 1760 – һыйыр, 666 - йылҡы ите. Һатыуға 2369 центнер ит сығарылған.
2013 йылда быҙау алыу һаны 375 баш (былтырғы йылға ҡарағанда 163 башҡа кәмегән). Һәр 100 һыйырҙан 59 быҙау алынды. Малдың үлем осрағы 10-ға артып, 70 баш тәшкил итте.  
«Брәтәк» кооперативында йылҡысылыҡ, айырыуса башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү буйынса эштәр алып барыла.
Сәсеүлектәр майҙаны 4291 гектар, уның 16%-ты (666 га) – иген культуралары, 71 (3055 га) – мал аҙығы, 13 (570 га) картуф һәм йәшелсә сәсеү майҙаны.  
Ауыл хужалығы предприятиелары 331 гектар иген культуралары йыйып алды, уртаса гектар ҡеүәте 14,3 центнер. «Урал» ауыл хужалығы кооперативы гектарынан - 18,1, Х. Шәрипов крәҫтиән-фермер хужалығы - 18,4 һәм Ф.М. Хәйбуллин крәҫтиән-фермер хужалығы гектарынан 15 центнер уңыш йыйып алыуға өлгәштеләр.
Финанс ҡытыршылыҡтар арҡаһында хужалыҡтар тарафынан минераль ашламалар һатып алынмаған.
Сәсеүлектәрҙе малдарҙан тапатыуға юл ҡуймау маҡсатында майҙандарҙы кәртәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән «Ағиҙел», «Салауат», «Брәтәк», «Үрнәк» кооперативтары яҡшы уңыш йыйып алды.
Иген фуражын иҫәпкә алып, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү 22 центнер аҙыҡ берәмеге тәшкил итте. 91% бесән преслау юлы менән әҙерләнде.
Ер ял итһен өсөн хужалыҡтар тарафынан майҙандарҙы парға ҡалдырыуға тейешле иғтибар бүленмәй, шуға күрә  ужым культураларын сәсеү планға ярашлы үтәлмәй.  Ағымдағы йыл өсөн «Ағиҙел» хужалығында ғына 22 гектар ерҙә (9%) ужым арышы сәселгән.
2014 йыл уңышы өсөн 28% үтәлеш менән 50 тонна орлоҡ, ГОСТ талаптарына яуап биргән 50 тонна һоло һалынды. 850 гектар ерҙә туңға һөрөү эштәре башҡарылды. 2014 йылда 350 гектар күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен яңыртыу планға алынды.    
Үткән йылда республика бюджетынан үлән орлоғо һатып алыуға 1 млн. һум аҡса бүленде. 7,4 тонна үлән орлоғон һатып алып 320 гектар, 4,2 тонна вика орлоғон 185 гектар ерҙә сәселде. Алдағы көндәрҙә ошо майҙандарҙан юғары сифатлы һәм туҡлыҡлы мал аҙығынан яҡшы уңыш алыуға өмөт бар.  
Әлеге ваҡытта бөтә төр хужалыҡтарҙа 600 трактор, 15 комбайн һәм 272 йөк машинаһы бар. Ауыл хужалығы кооперативтарында һәм КФХ-ҙа 86 трактор, 12 комбайн һәм 30 йөк машинаһы иҫәпләнә, уларҙың уртаса тотонолоу ваҡыты 21 йыл. 2013 йылда хужалыҡтарға 16 МТЗ тракторы, 1 Камаз һәм 4 ПРФ-145 пресс-йыйғысы һатып алынды.
Дөйөм йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы предприятиелары – 45 млн һум һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 24 млн. һумлыҡ тауар етештергән.
Р.М. Аллабирҙин һәм М.Я. Ғәйетбаев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары «Ғаилә һөтсөлөк, малсылыҡ фермаларын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыу хоҡуғын алды.
«2013-2015 йылдарҙа башланғыс фермерҙарға ярҙам күрһәтеү» программаһы сиктәрендә А.А. Ғәлин, А.Ғ. Юлдашев һәм И.С. Норотҡолов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 4,16 млн. һум грант алды.
«2013-2015 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» ведомство программаһына ярашлы Ф.М. Хәйбуллин һәм Р.А. Салауатов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары 2,48 млн. һумлыҡ грантҡа эйә булды.
Уҙған йылда районға 3 млн. 575 мең һумлыҡ субсидия алынды. Ауыл хужалығы техникаһын, һөт етештереүҙе, үҫемлекселекте һәм йылҡысылыҡты үҫтереүгә компенсациялар бирелеүе ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ҙур ярҙам булды. Әйткәндәй,  һөт өлөшләтә аҙ күләмдә һатылғанға күрә, уның хаҡы түбән. Әгәр ҙә бөтә төр хужалыҡтарҙан был продукцияны күберәк күләмдә йыйып, ҙур ҡала һәм предприятиеларға һатыуҙы ойошторһаҡ, уның хаҡы ла юғарыраҡ була, һөт тапшырған хужалыҡҡа ла табыш күберәк киләсәк.  Был йәһәттән мәғлүмәт-консультация үҙәге тарафынан йәш белгестәргә Хөкүмәт ярҙамы менән һөт ташыусы техника һәм һыуытҡыстар алып биреүҙә ярҙам күрһәтелә.  
Быйылғы йылда район буйынса 6140 ҡорт күсе бар, бөтәһе 1517 центнер бал етештерелгән. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында һәм шәхси хужалыҡтарҙа 400-ҙән ашыу солоҡ иҫәпләнә, уларҙан 20 ц бал алынған. Һәр ауылда тиерлек бал менән шөғөлләнеүселәр күп, сөнки ул алмаштырғыһыҙ тәбиғи аҙыҡ. Әлеге ваҡытта Бөрйән тоҡомло ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса эштәр алып барыла.
2013 йылда Өфө, Сибай, Баймаҡ һәм Белорет ҡалаларында үткән бал йәрминкәләрендә Бөрйән ҡортсолары әүҙем ҡатнашты.
Район ветеринария станцияһы тарафынан районда эпизоотик һәм ветеринар санитария торошон күҙәтеү, яйға һалыу эше планға ярашлы үтәлде. 2013 йылда малдарҙың ҡотороу осраҡтары теркәлмәгән. Эттәргә һәм хайуандарға дегельминтизация һәм төрлө тикшереүҙәр үткәрелде.
Лейкозға 13624 баш эре мөгөҙлө мал тикшерелгән. Ветеринар станцияның лаборатор диагностика бүлегендә штат урындары ҡыҫҡартылыу сәбәпле, тикшереүҙәр Белорет ҡалаһы диагностика бүлегендә ойошторолдо.
Районда күпләп эшкәртелмәгән һәм хосусилаштырылмаған ерҙәр ята, урындарҙа сабынлыҡтар етмәй, шуға бәйле һөт һәм ит етештереүҙә лә алға китеш юҡ. Дәүләт ярҙамы менән 2013 йылда техника һәм кәрәкле ҡорамалдар алыуға ҡарамаҫтан мал аҙығын әҙерләү әле булһа проблема булып тора. Күп пай хужаларының тракторы, һабаны булһа ла, яғыулыҡ материалы, орлоҡ һатып алырға аҡсаһы юҡ. Өҫтәүенә, ауылдарҙа көтөү ойошторолмау сәбәпле хужалыҡтарҙың сәсеүлектәре һәм сабынлыҡтары малдан тапатыла. Һәр ауылда 5-6 баш һыйыр малы булған фермерҙар бар, уларға килешеү нигеҙендә үҙенең малы менән бергә ауыл һыйырҙарын көтөп килем алырға мөмкинселек бар. Яуымбай ауылынан Рәмил Латыпов бер нисә йыл урындағы халыҡтың йәш малын туплап йәйләүҙә көтә.
Үткән йылда Иҫке Монасип ауылынан 10 пайсы ерҙәрен тракторы булған кешеләр менән бергә тейешле агротехник ысулдарҙы  ҡулланып 30 гектар майҙанда үлән орлоғо сәсеүгә өлгәштеләр. Тимер ауылынан 5 пайсы «Агрофирма Байрамғол» яуаплылығы сикләнгән ойошманан 600 кг костер орлоғо алып, көҙҙән туңға һөрөп эшкәртелгән 30 гектар майҙанда яҙғы осорҙа сәсергә йыйыналар. Был ауыл эшсәндәре ҙурыраҡ майҙанды эшкәртеүен күҙаллап, ерҙәре менән дә берләшергә тигән ҡарарҙа.
Хөкүмәттән ярҙам алған фермерҙарға техника һәм ерҙе эшкәртеп сәсерлек урын алыуҙарын күҙалларға кәрәк. Бөгөндән һәр ауылда берләшеп ер эшкәртеп сәсеүгә мөмкинселек бар.
Әлеге ваҡытта Бөрйән районы мәғлүмәт-консультация үҙәгенең агрономия бүлеге тарафынан үлән орлоғо һатып алыусыларҙың исемлеге төҙөлә. Сифатлы үлән орлоғон күпләп һатып алыуҙы ойоштороу уның хаҡы арзан булыуына ла булышлыҡ итә.
Яҙғы сәсеү, аҙыҡ етештереү, уңыш йыйыу осоронда хужалыҡтарҙан аҡса йыйып яғыулыҡ материалын күпләп осһоҙ хаҡҡа һатып алыу ойошторола. Беҙҙең районда кеүек ерҙе пайға бүлешеп, кәртәләп алыу икенсе райондарҙа юҡ. Уларҙа ерҙе эре хужалыҡтарға ҡуртымға биреү хуплана, көҙ   уңыш йыйып алынғас пай хужаһына тейешле хаҡы ҡайтарыла.
Һәр кеше  ерҙе пайға алып хосусилаштырғанда уны юғары агротехник ысулдарҙы ҡулланып эшкәртеп сәсергә һәм ерҙең уңдырышлы өлөшөн һаҡларға тейеш.
Һыйыр, йылҡы, һарыҡ, кәзә көткән һәм эт тотҡан кешеләр һарай, оя төҙөргә, бесән, һоло һәм башҡа аҙыҡтар менән тәьмин итергә, ветеринар хеҙмәткәрҙәрҙе яллап прививкалар эшләтергә, малды көтөүгә ебәрергә, күрше-күләнгә һәм башҡа кешеләргә зыян килтермәйенсә аҫырарға бурыслы.
ТУРИЗМ
Туризм – райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Бөрйән районында махсус һаҡлауға алынған 10 тәбиғәт территориялары бар. Йылдан йыл районыбыҙға килгән туристар һаны 10%-ҡа арта бара. 2013 йылда 40 меңдән ашыу турист ял итте,  уларҙың 20%-ты үҙебеҙҙең яҡташтар, 55 - Башҡортостан райондарынан, 24 - Рәсәй төбәктәренән һәм 1% сит  илдән булды.
Шәхси эшҡыуар «Ноғоманов» тарафынан Кейекбай ауылы эргәһендә минимаркетлы кафе асылды. Ырғыҙлы ауылынан Килдейәровтар «Ялтыр ҡая» эргәһендә туристик туҡталҡа төҙөнө.
2013 йылда «Морат-туғай» комплексында кемпинг төҙөүгә 19 млн. һум аҡса бүленде. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошма билдәләнгән, төҙөлөш эштәрен тамамлауға муниципаль контракт төҙөлдө. Объектты туристик миҙгел асылыуға тапшырыу планлаштырыла.
«Шүлгән-таш» республика тарихи-археологик һәм ландшафтлы-спелеологик музей-ҡурсаулығы булдырыу өсөн «Морат-туғай»комплексының 2 туристик кемпингы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына тапшырылды. Комплекстың 36 урынлыҡ кафеһы «Шүлгән» ойошмаһына ҡуртымға бирелде.
2013 йылдың 13 июнендә үткән Координация советы ултырышының ҡарарына ярашлы ЮНЕСКО ҡарамағындағы «Башҡорт Уралы» комплекслы биосфера резерватының ижтимағи совет составы раҫланды.
Киләсәктә туристарҙы сифатлы туҡландырыу пункттарын, үҙәктәрен булдырыу, инвесторҙар йәлеп итеү буйынса мәсьәләләр байтаҡ. Урындағы халыҡтың туристик хеҙмәтләндереүҙән аҡса эшләү мөмкинлеген аңлап яңыса фекерләүе, үҙҙәрендә яңы сифаттар асыуы, тормошон яҡшыртырға ынтылыуы мөһим. Тау саңғыһы, тюбинг трассаһы һәм ял төрҙәре буйынса туристик базалар төҙөргә теләүсе ышаныслы һәм көслө инвесторҙар кәрәк.
Был өлкә берҙәм йүнәлешле эш алып барыуҙы талап итә, ошо йәһәттән урындағы эшҡыуарҙарҙың һәм хужалыҡтарҙың әүҙем эш башлауына ышанабыҙ. Республикала булдырылған төрлө программалар менән файҙаланып, ауылды нығытыуға хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Халыҡтың, урындағы етәкселәрҙең үтә уяу булыуы ла зарур: килемле эште һурып алырға теләүсе сит кешеләр күбәйеүе хафа уята.
Туризм районыбыҙға матди файҙа, финанс ярҙамы килтерһен өсөн дөрөҫ реклама, күберәк кешене эш менән тәьмин итеп хеҙмәтләндереү кимәлен заманса үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк.
УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ
«Бөрйән урмансылығы» учреждениеһы ҡарамағына бөтәһе 320,8 мең гектар ерҙә 46,6 млн. кубометр ағас тура килә. 2013 йылда билдәләнгән йыллыҡ урман ҡырҡыу иҫәбе 302,9 мең кубометр, уның 61,7 - ылыҫлы, 222 – япраҡлы ағасҡа һәм 19,2 мең кубометры ҡаты төр япраҡҡа тура килә.
Урман сәнәғәте буйынса районда, «Бөрйән урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһы, «Бөрйән урманы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Башлеспром» комплексы филиалы һәм башҡа арендаторҙар эшләй, шулай уҡ яҡынса 80 шәхси эшҡыуарҙың үҙ пилорамалары бар.
«Бөрйән урмансылығы» дәүләт бюджет учреждениеһы тарафынан шәхси йорт төҙөү өсөн 25,2 мең кубометр ылыҫлы ағас, 71,4 мең кубометр япраҡлы ағас бүленде. Аукцион аша 3 мең кубометр ылыҫлы ағас һатылды.
Үкенескә ҡаршы, ағас эшкәртеү районда түбән кимәлдә. Был йәһәттән заманса технологияларҙы үҙләштереп, яңы төр продукцияларын - тара цехы, сувенирҙар, ағас күмерен һәм опилкаларҙан яғыулыҡ брикетын етештереүҙе яйға һалыр кәрәк.  
«Бөрйән урманы» дәүләт унитар предприятиеһы йыллыҡ тауар етештереү һәм хеҙмәтләндереүҙе 2 млн. һумға үтәгән.
Урманды тергеҙеү мәсьәләһе даими күҙәтеүҙә. Тотонолған 109 гектар майҙанда урман культуралары ултыртылды, 100 кг ылыҫлы ағас орлоғо әҙерләнде.
Район урмандарында 11 ут осрағы теркәлгән, янғын 30,6 гектар майҙанды биләне, ут тәбиғәткә 22 мең 700 һумлыҡ зыян килтерҙе.
ТӨҘӨЛӨШ
2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫеше комплекслы программаһы нигеҙендә төҙөлөш һәм ауыл хужалығы өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеүгә төп иғтибар йүнәлтелде. Юлдарҙы төҙөкләндереү, ауыл хужалығы предприятиеларының эшен йәнләндереү буйынса эштәр әкренләп, әммә ышаныслы нигеҙҙә барҙы.
2014 йыл – Бөрйән районы өсөн балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙе төҙөү һәм реконструкциялау йылы булыуы мөмкин.
Уҙған йылда 550 уҡыусыға иҫәпләнгән Иҫке Собханғол урта мәктәбен һәм уның 120 урынлыҡ интернатын реконструкциялау проекты экспертиза үтте, объекттың смета хаҡы 400 млн. һумдан ашыу. Шулай уҡ 2014-2016 йылдарҙа бер-бер артлы  Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол һәм Нәби ауылдарында мәктәп-балалар баҡсаһын төҙөкләндереү мәсьәләһе тора.
2013 йылда Баҙал биҫтәһендә 150 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының төҙөлөш эштәре башланып китте. Отчет йылында 16 млн. һум үҙләштерелде. Шулай уҡ инженер селтәрҙәре һуҙыу мәсьәләһе хәл ителә башланы. Газ үткәреү 2014 йылда тамамланасаҡ. Биҫтәлә ике ойошма электрификациялау эштәрен алып бара. 1 трансформатор урынлаштырылған, 2 трансформатор станцияһы килтерелгән. Эштәр ағымдағы йылда ла дауам итәсәк һәм Баҙал биҫтәһенең күп өлөшө электр менән тәьмин ителәсәк.
Быйылғы йылда һыу үткәреү эштәрен башлау планға инде, подрядсы ойошма билдәләнде. 2014-2015 йылдарға 40 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған. Ҙур булмаған территорияла күләмле эштәрҙе башҡарыу урындағы халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Яҙ һәм йәй осоронда юл йөрөүҙе тәьмин итеү ауырға тура киләсәк. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ урам юлдарын төҙөкләндереүгә финанс сығанаҡтарын эҙләү өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ инженер селтәрҙәре һуҙыу эштәре Аҫҡар, Ҡурғашлы, Иҫке Монасип һәм башҡа ауылдарҙа дауам итәсәк.
Ағымдағы йылда Нәби ауылындағы Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн баҫма төҙөү ҡаралған. Ошондай уҡ эште 2015 йылда Иҫке Монасип ауылында башлар өсөн проект-смета документтарын әҙерләү планлаштырыла.
Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының Ғәҙелгәрәй – Ҡотан араһындағы өлөшөнә проект-смета документтары эшләнеп, дәүләт һәм экологик эспертиза үтте, был юлдарҙы ағымдағы йылда төҙөй башлау ҡаралған. Юлдың смета хаҡы яҡынса 352 млн. һум. Быйылғы йылда Әтек, Тимер ауылдарына төшкән юлдарҙы реконструкция башлауға ышаныс бар.
Бөгөнгө көндә юлдарҙы, мәктәптәрҙе төҙөү һәм реконструкциялау мәсьәләләре өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Тик был башҡа проблемалар ситтә ҡала тигәнде аңлатмай. Район мәҙәниәт һарайын төҙөкләндереү проекты һәм үҙәк газ мейесе реконструкцияһы буйынса ла эштәр дауам итәсәк.
Әлеге ваҡытта «Урал» хәйриә фонды иҫәбенә Бөрйән үҙәк дауаханаһы өсөн яңы резервлы дизель-генераторға һәм рентген аппаратҡа бина әҙерләү буйынса эштәр алып барыла.
19 декабрь көнө район үҙәгендә «Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инеүе ҡыуаныслы ваҡиға. Өс ҡатлы бинаны төҙөүгә 133 млн. 200 мең һум тотонолған. Норматив документтар әҙер булғас, ул тулыһынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Бөрйән юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы тарафынан Иҫке Собханғол – Мораҡ юлына 2 км асфальт һалынды. Муниципаль килешеү буйынса  Иҫке Собханғол – Яңы Собханғол, район үҙәгендә Ҡайынтүш һәм М. Сәғитов исемендәге урамдарҙа төҙөкләндереү эштәре алып барылды. Ауылдарҙа башҡарылған тышҡы заказдар буйынса «Урал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, йорт эргәләре төҙөкләндереү, сүплектәрҙән ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү, һыу алыу урындарын эшләү башҡарылды.
Йыл һайын бөтә район ауыл биләмәләренә юлдарҙы төҙөкләндереү һәм урамдарҙы тәртипкә килтереүгә 400 мең һум бүленә. Был суммаға ауылдарҙа күләмле эштәр башҡарылды. Бар эштәрҙе лә бер ваҡытта атҡарып булмай, шуға күрә аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы тотонорға кәрәк.
Төҙөлөш беҙҙең район өсөн ҡатмарлы һәм өҫтөнлөклө өлкә булып тора. Бөгөнгө көндә районда юлдарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты һәм матди-техник базаны нығытыу, шулай уҡ башҡа перспективалар өҫтөндә көсөргәнешле эшләргә кәрәк. Урындағы төҙөлөш ойошмаларының булмауы бәкәлгә һуға. Подряд ойошмаларын яллауҙың ҡайһы саҡта файҙаһынан зыяны күберәк. Шуға ла киләсәктә үҙебеҙҙә төҙөлөш менән шөғөлләнгән ойошма һәм ҡом сығарыуға карьерҙар булдырыу көнүҙәк мәсьәлә.


ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ
Район хакимиәте йыл барышында ауыл хакимиәттәре менән берлектә ауылдарҙа социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарҙы. Юлдар, майҙандар, йәмәғәт урындары, йорттар һәм шәхси ихаталар эргәһендәге биләмәләр тәртипкә килтерелде. Күперҙәр ремонтлау, шишмәләрҙе таҙартыу, ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу кеүек  мөһим эштәр ауылдарҙы күркәмләндерҙе. Был эштәрҙе ойоштороу маҡсатында уҙғарылған семинар-кәңәшмәләр ҙур йоғонто яһаны.
Район хакимиәте ҡарарына ярашлы ауылдарҙы төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса бәйгеләр үтте. «Иң төҙөк ауыл», «Иң төҙөк ихата» һәм «Иң төҙөк ойошма» номинациялары буйынса йомғаҡ яһалды.
«Алағуян» муниципаль унитар предприятиеһы Иҫке Собханғол ауылының 19 ойошма һәм учреждениены, 96 фатирҙы, 6 күп фатирлы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итә.  Йыл барышында ҡулланыусыларға 4418 гигакалорий йылылыҡ тапшырылды, шул иҫәптән ауыл халҡына 1089 Гкал. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙән предприятиеның сығымдары 97%-ҡа ҡапланды.
«2011-2015 йылдарҙа Бөрйән районы муниципаль районында коммуналь инфраструктураның үҫеше» программаһына ярашлы «Алағуян» предприятиеһына республика бюджетынан 162 мең һум, урындағы бюджеттан 41 мең һум бүленде. Был аҡсаға Иҫке Собханғол ауылында йылылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәрелде.
Элемтә узелы 2013 йылда бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында 10 ауылда оптик-сүс кабелдәрен тоташтырыу эштәре, район буйынса элемтә линияларын реконструкциялау һәм ремонтлау эше башҡарҙы. Дөйөм 8 млн. һум суммаға 40 км оптик-сүс линияһы һалынды.
Быға тиклем 1-2 канал күрһәткән 24 ауылда бөгөнгө көндә халыҡ интерактив телевидение хеҙмәтләндереүен ҡуллана ала. Отчет йылында 9 ауылға IP-телевидение үткәрелде, интернет абоненттары – 2324, IP-TV ҡулланыусылар – 1456, телефон бәйләнешенә эйә булыусылар һаны 3570-кә етте.
Бөрйән районы электр селтәрҙәре ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү буйынса үҙ бурыстарын үтәне. 2013 йылда Ҡотан, Килдеғол, Яуымбай – Ҡыпсаҡ һәм Исламбай - Аҫҡар йүнәлешендәге 6,3 км линияларҙа, Килдеғол ауылында трансформатор подстанцияһына дөйөм 2 млн. һумдан ашыу суммаға капиталь ремонт үтте. Байназар ауылы ҡулланыусыларының 216 иҫәпләү приборы алмаштырылды.
Отчет йылында 182 яңы етештереү объекты һәм йорттар электр селтәрҙәренә тоташтырылған, был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 6 ҡеүәтле трансформатор подстанцияһы ҡуйылып, яңы линиялар төҙөлгән.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә ҡурсаулыҡтар биләмәләрендә 4 трансформатор подстанцияһы яңыртылып, линиялар изоляцияланған проводҡа алмаштырылды.
«КомЭнергоСервис» ойошмаһы йыл әйләнәһенә 18 млн. 602 мең 250 һум килем алды, шул иҫәптән электр энергияһын селтәрҙәр буйлап тапшырыу һәм тоташтырыуҙан 1 млн. 958 мең, халыҡты һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙән һәм һыу линияларына технологик тоташтырыуҙан 1 млн. 127 мең, ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыуҙан 504 мең һум килем алған. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр өсөн халыҡтың ваҡытында иҫәпләшмәүе ойошмаға миллион һумға яҡын зыян килтерҙе.
Коммуналь ойошмалар тотороҡло эшләһен өсөн Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан 69 мең, район бюджетынан 601 мең һум аҡса бүленде һәм 4,7 млн. һумға вакуум машинаһы, бульдозер алынды.  Шулай уҡ ауыл биләмәләрен таҙартыу буйынса генераль һыҙмалар төҙөтөүгә район бюджетынан 204 мең һум аҡса бүленде.
АРХИТЕКТУРА
2013 йылда 10098 кв.м. дөйөм майҙандағы шәхси йорттар файҙаланыуға тапшырылды. Отчет осоронда 130 капиталь төҙөлөш объекты сафҡа инде.
Район хакимиәтенең баш архитекторы 1018 капиталь төҙөлөш объектына рөхсәт бирҙе, әсәлек капиталына таянып торлаҡ төҙөүҙе раҫлау өсөн 25 акт төҙөлдө.
Ауылдарҙың генераль пландарын төҙөү дауам итә. 2013 йылда Аҫҡар, Әтек һәм Байғаҙы ауыл биләмәләрененең генераль пландарын эшләү өсөн район бюджетынан 849 мең һум аҡса бүленде. Быйыл иһә Ырғыҙлы, Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләренә генераль пландар төҙөүгә 800 мең һум тәғәйенләнгән.
Шәхси йорттарҙың, йәмғиәт биналарының төҙөк, архитектура талаптарына ярашлы булыуҙары – заман талабы. Бөгөн ағас ресурсы бөтөү өҫтөндә, уның хеҙмәт итеү осоро ла аҙ. Шуға күрә халыҡҡа таштан төҙөлөш эшен яйға һалыу кәрәк. Кирбес, шлакоблок һәм башҡа материалдар менән халыҡты тәьмин итеү, ҡайһыларын үҙебеҙҙә етештереү күп проблеманан ҡотҡарыр ине.
ТИРӘ-ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ
Тәбиғәтте һаҡлау – һәр кешенең изге бурысы. Отчет йылында районда «Таҙа Ағиҙел», «Ҡоштар көнө», «Ағас ултырт» акциялары уңышлы үтте. Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу эшендә бөтә ойошма һәм предприятиелар әүҙем ҡатнашты. «Тағараҡ» акцияһында район мәктәптәре ҡоштарға тағараҡтар эшләүҙә ярышты. Бынан тыш «Экологтар көнө», тәбиғәтте һаҡлауға арналған фотобәйгеләр, форумдар, семинар-кәңәшмәләр, экологик өмәләр һәм башҡа саралар үтте.
«Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы» тәбиғәтте һаҡлау, фәнни-эҙләнеү, экологик яҡтыртыу, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау, халыҡ-ара программаларҙа ҡатнашыу эштәре менән шөғөлләнә. 2013 йылда федераль бюджеттан күсерелгән 21 млн. һум тулыһынса тотонолдо.  Ойошманың үҙ килеме 600 мең һум тәшкил итте.
Ҡурсаулыҡта 2012 йылда – 10, 2013 йылда 4 янғын осрағы теркәлде.
«Шүлгәнташ» ҡурсаулығына ойошманың эшмәкәрлеген һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларын ойоштороу өсөн федераль бюджеттан 36 млн. һум аҡса күсерелде. Ҡурсаулыҡ отчет осоронда 7 млн. һум табыш алды, шул иҫәптән спонсорҙар ярҙамы 228 мең һум.
Районда ауылдарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә күп эштәр башҡарылды. Юлдар, майҙандар, йәмәғәт урындары, торлаҡ йорттар һәм шәхси ихаталар эргәһендәге биләмәләр тәртипкә килтерелде. Зыяраттарҙың ҡоймалары алмаштырылды, күперҙәр ремонтланды, шишмәләр тәртипкә килтерелде, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды. Был эштәрҙе ойоштороуға һәм тормошҡа ашырыуға ауыл биләмәләрендә уҙғарылған төрлө бәйгеләр ҙур йоғонто яһаны.
ХАЛЫҠ ҺАНЫ
Халыҡ һаны ижтимағи шарттарға туранан-тура бәйле. 2013 йылдың 1 декабренә районда 16636 кеше иҫәпләнә, алдағы йылға ҡарағанда 5 кешегә кәмерәк.
2013 йылда 357 сабый донъяға килгән (173 малай, 184 ҡыҙ), 2012 йыл менән сағыштырғанда, тыуым - 6, үлем һаны 4%-ҡа артҡан, 185 кеше донъя ҡуйған. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны  13 кеше (2012 йылда – 16), улар уртаса 38 йәштәге кешеләр. Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Бөрйән районы 1 урында килә.
191 пар ғаилә ҡорған (2012 йылда – 209). Айырылышыуҙар һаны 60, алдағы йылға ҡарағанда 21–гә кәмегән. Республика күрһәткестәре буйынса никахҡа тороусыларҙың уртаса йәше 21-23 йәш.
Йәмғиәттең нигеҙе – ғаилә ныҡлығында. Күп осраҡта йәш ғаилә социаль ауырлыҡтарға әҙер булмай һәм тарҡалыуға дусар. Ваҡытында тейешле кәңәш һәм ярҙам күрһәтеү, йүнәлеш биреү ата-әсәнән, йәмғиәт һәм социаль ойошмалар тарафынан башҡарылһа, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелер ине. Ғаилә статусының түбән төшөүенә артабан да юл ҡуймау – беҙҙең дөйөм бурыс.
Һуңғы йылдарҙа районда миграция күрһәткестәре кире яҡҡа үҫешә, 2013 йылдың 1 декабренә ҡарағанда халыҡ һаны 253 кешегә кәм. Был тәү осраҡта эшһеҙлеккә һәм хеҙмәт хаҡының түбән булыуына бәйле.
2013 йылдың башында районда эшһеҙлек кимәле 2,29% булһа, йыл аҙағында 2%. Эшһеҙ граждандарҙың артыуы ойошма һәм предприятиеларҙа барған модернизация һәм оптималләштереү сараларына ярашлы штат урындары ҡыҫҡартылыуға бәйле.
2013 йылда Мәшғүллек үҙәгенә 505 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 286-һы – 29 йәшкә тиклемге йәштәр, 327 кешегә эш табылды.
30 кеше төрлө һөнәр буйынса профессиональ әҙерлек үтте. 52 кеше түләүле йәмғиәт эштәренә йәлеп ителде, бәлиғ булмаған 118 үҫмер һәм аҙ яҡлаулы 13 граждан ваҡытлыса эш менән тәьмин ителде.
Үҙәк тарафынан һөнәр һайлау һәм социаль яраҡлашыу буйынса даими консультациялар ойошторола.
Эшһеҙлектең кимәле юғары булыуға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау, туризм һәм төҙөлөш өлкәләрендә кадрҙар етмәй. Бынан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең түбән квалификация, насар ғәҙәт һәм эшкә ҡарата мөнәсәбәттәре һүлпән булыу осраҡтары байтаҡ.  
СОЦИАЛЬ СӘЙӘСӘТ
Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 75 бала иҫәптә тора, уларҙың 16-һы үкһеҙ етем.
2013 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 28 бала иҫәпкә ҡуйылды. Уларҙың 20-һе Ҡурғашлы ауылында эшләгән Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта ваҡытлыса йәшәү урыны тапты,  1 бала дауаханаға оҙатылды, 7 бала ғаиләләргә тәрбиәгә бирелде. 6 ата-әсә 8 балаға ҡарата ваҡытлыса ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән.  
Отчет йылында социаль приюттан 21 бала үҙ ғаиләһенә ҡайтарылды, 1 бала башҡа ғаиләгә тәрбиәгә бирелде һәм 1 бала балалар йортона тапшырылды.
Етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу өсөн республика бюджетынан 514 мең һум аҡса бүленде, 6 бала «Салют» санаторийында, 36 бала «Ағиҙел» лагерында һәм 3 үҫмер «Мәсем» клубы нигеҙендә ойошторолған профилле лагерҙә ял итеп, һаулығын нығытты.
Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтендә 24 етем бала торлаҡ алыуға исемлектә тора. 2013 йылда республика һәм федераль бюджеттан бүленгән 4 млн. һум аҡсаға 5 йорт һатып алынып 6 бала торлаҡлы булыу бәхетенә иреште.  
Районда 18 йәшкә тиклем 5660 бала иҫәпләнә. Бәлиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ғаилә мәсьәләләре буйынса йыл эсендә 19 ултырыш, педагог-психологтар һәм социаль төркөм белгестәре менән берлектә ауылдарҙа рейдтар, йыйылыштар үткәрҙе. Тәртипһеҙлектәрҙе иҫкәртеү маҡсаты менән төҙөлгән комиссия исемлегендә 13 үҫмер һәм 89 бала тәрбиәләгән 35 ғаилә иҫәптә тора.
Социаль ауырлыҡтар килеп тыуған ғаилә йәки бала тураһында сигнал ҡағыҙҙары менән эшләү дауам итә. Ауыл советтарынан, дауахананан, полиция бүлексәһенән һәм йәмәғәт ойошмаларынан йыл барышында 72 сигнал килде (2012 йылда – 67), улар нигеҙендә 32 ғаилә күҙәтеүгә алынды һәм ауыр хәлдә ҡалған 19 ғаилә асыҡланды. Был ғаиләләргә психологик, консультатив, матди һәм башҡа ярҙамдар күрһәтелде.
Бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү, улар араһында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында төҙөлгән социаль төркөм уңышлы эшләүен дауам итә, уның тарафынан 10 ауылда ата-әсәләр һәм уҡыусылар йыйылышы ойошторолдо.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең комплекслы үҙәге хеҙмәтсәндәре тарафынан 371 кешегә өй шарттарында социаль ярҙам, 132 кешегә социаль-медицина ярҙамы ойошторолдо, ауыр шарттарҙа йәшәүсе ғаиләләргә тиҙ социаль хеҙмәтләндереү башҡарылды.
Инвалидтарға техник-реабилитация сараларын алыуға - 86, шифаханаға юлламалар биреү буйынса 17 ғариза ҡәнәғәтләндерелде.
«Оло кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү» ведомство маҡсатлы программаһы буйынса 100 мең һумға медицина ҡоролмалары һатып алынды.  
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» мәрхәмәтлек акцияһында 42 ойошма ҡатнашып, 97 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары алып бирелде.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында 8 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 217 - тыл, 1134 хеҙмәт ветераны һәм 58 Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатыны иҫәптә тора.
Федераль бюджеттан хәрбиҙәрҙең ҡатындарына һәм балаларына,  почетлы донорҙарға, реабилитацияланған граждандарға 1 млн. 327 мең һум, республика бюджетынан балаларға айлыҡ пособиелар, күп балалы ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә, хеҙмәт һәм тыл ветерандарына, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә пособиелар һәм башҡа түләүҙәр 28 млн. һум тәшкил итте.
Хеҙмәт ҡануниәтен үтәү буйынса 24 мөрәжәғәт ҡабул ителде. Йома көндәре эшләгән «Ҡыҙыу линия» телефоны граждандарҙың проблемалы һорауҙарына яуап бирҙе.
Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең һаны районыбыҙҙа 209-ға етте, отчет йылында 19 әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды.
2013 йылдың аҙағына район пенсия фондында 657 страхователь, шул иҫәптән 218 ойошма, 129 крәҫтиән-фермер хужалығы, 307 шәхси эшҡыуар теркәлгән.
Районда 3751 пенсионер: улар иҫәбендә 2877 хеҙмәт пенсионеры, 2472 - ҡартлыҡ буйынса, 241 кеше ғаилә башлығын юғалтыу арҡаһында пенсия ала, 164 кеше инвалидлыҡ пенсияһына эйә.
Хеҙмәт пенсияһының уртаса кимәле – 7680 һум.
2013 йылда әсәлек капиталын биреүҙе һорап 148 ғаилә мөрәжәғәт иткән. 263 әсә капиталын тулыһынса тотондо, 101 әсә аҡсаларын кредит проценттарын һәм бурыстарын ҡаплауға, 21 ғаилә торлаҡ һатып алыуға, 45 ғаилә шәхси йорт төҙөүгә компенсация һәм 35 ғаилә йорт төҙөүгә капитал алған.  
Ауыл биләмәһе башлыҡтарына бөтә төр йәмәғәт ойошмалары менән берлектә халҡыбыҙға хас булмаған насар күренештәрҙе кәметеү маҡсатында әүҙем эшләр кәрәк.  Әбделмәмбәт ауылы магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатылмауы яҡшы күренеш. Был тәжрибәне башҡа ауылдарҙа тормошҡа ашырыу, «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә ҡатнашыуҙы йәнләндереү ыңғай һөҙөмтәләргә килтерер ине.
Оло йәштәге инәй-олатайҙарҙы,  уҡытыусыларҙы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеп, уларҙың лайыҡлы алмаш тәрбиәләү өсөн ғаиләләргә иғтибарын арттырып, тәрбиә эшен алып барыу мөһим. Был йәһәттән ғаиләләр тарҡалыу, суицид, социаль етемлек кеүек проблемаларҙы һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк. Ауыр хәлдә булған ата-әсәләрҙән балаларын тартып алырға түгел, ә тейешле ярҙам күрһәтеп, балаларын ғаиләлә ҡалдырырға тырышыр кәрәк. Әйткәндәй, Әтек, Әбделмәмбәт һәм Ҡолғана ауылдарын был юҫыҡта маҡтап әйтергә мөмкин.  
Ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың һаулыҡҡа зыян килтереүсе спирт, химик матдәләрҙән торған сифатһыҙ тауарҙарҙы һатыуға сығарыуы борсолдора. Кешеләрҙе ағыулаусылар һаны киләсәктә ҡырҡа кәмер, тип ышанабыҙ.
«Таң» район гәзитендә «Үҫмер» тип аталған профилактик рубрика уңышлы ғына башланды, әммә һүрелде. Полиция хеҙмәткәрҙәре,  уҡытыусылар, «Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы һәм башҡа социаль ойошмаларға был йүнәлештә эште әүҙемләштереү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ
Йәштәр өсөн мәҙәни саралар район мәҙәниәт һарайы, «Мәсем» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторола. «Иң һәләтле йәш ғаилә», «Һөнәрле ҡыҙ», «Бөрйән батыры», «Бөрйән һылыуы», «Әсәй, атай һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә» һәм башҡа бәйгеләр, фестивалдәр, студенттарҙың һәм йәштәрҙең КВН ярыштары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
Үҫмерҙәрҙең йәйге ялын файҙалы итеп ойоштороу буйынса «Йәш спецназ», «Инсебикә» профилле йәйге лагерҙәр эшләй.
2013 йылда республика бюджетынан каникулдан тыш ваҡытта балаларҙың ялын файҙалы ойоштороу һәм һауыҡтырыу өсөн  5 млн. 405 мең 300 һум, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән балаларға – 514 мең 300 һәм «Ағиҙел» лагерының матди-техник базаһын нығытыуға 1 млн. 300 мең һум бүленгән.
Муниципаль бюджет тарафынан балаларҙы һауыҡтырыуға 346 мең 700 һәм «Ағиҙел» лагерына 1 млн. 313 мең 400 һум күсерелде. Башҡа төрлө сығанаҡтарҙан 3 млн. 514 мең 400 һум бүленгән. Бөтәһе 12 млн. 394 мең  100 һум тәшкил итте.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары буйынса 2011-2015 йылдарға раҫланған «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы буйынса 2 ғаиләгә 1 млн. 53 мең 990, «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» республика маҡсатлы программаһы нигеҙендә 8 ғаиләгә бала тыуғанда кредитты өлөшләтә ҡаплауға 1,5 млн., «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы 6 йәш ғаилә һәм 2 гражданинға 7 млн. 322 мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелде.
   Үҫеп килгән быуында, йәштәрҙә физик һәм әхлаҡи тәрбиә, туған телгә, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата һөйөү, актив гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләү, ижади һәләттәрен үҫтереү  маҡсатлы барырға тейеш. Наркотиктар ҡулланыуға йәлеп итеүгә юл ҡуймау маҡсатында үҫмерҙәр һәм йәштәр менән эшләүгә айырым иғтибар бүлеү мөһим.
     Бөгөнгө көндә  районыбыҙ студенттарына  ҙур иғтибар кәрәк. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу, йәмәғәт һәм мәҙәни-спорт сараларына йәлеп итеү, уларға торлаҡ программаларында ҡатнашырға ярҙам ҡулы һуҙыу, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуҙы пропагандалау һәм башҡа проблемаларға ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн Йәштәр советы ойошторорға кәрәк һәм район Советында айырым һорау итеп ҡарау ҙа  өлгөрөп еткән мәсъәлә тип иҫәпләйем.
Бынан тыш, районда «Йәш гвардия” ойошмаһының эшен әүҙемләштереү, Йәштәр ҡоролтайы, һәр ҡалала Бөрйән районы студенттары берләшмәһе, йәш уҡытыусылар клубы,  эколог-биологтар, мәктәп урмансылары йәмәғәт ойошмалары, тимурсылар командаһы һәм волонтерҙар хәрәкәте булдырыу кеүек мәсъәләләрҙе хәл итәһе бар.
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
Халыҡтың һаулыҡ торошон яҡшыртыу һәм төрлө медицина мәсьәләләрен хәл итеүҙә район үҙәк дауаханаһы 20 маҡсатлы программаны тормошҡа ашыра.
Районда Бөрйән үҙәк дауаханаһы, Байназар амбулаторияһы һәм больницаһы, 25 фельдшер-акушерлыҡ пункты тарафынан 70 төр медицина ярҙамы күрһәтелә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бөтәһе 37 табип, 143 урта медицина хеҙмәткәре эшләй. Кадрҙар менән тупланыш 76,4% тәшкил итә, пенсия йәшендәгеләрҙе (11) иҫәпкә алмай 9 табип етмәй. Йыл эсендә бер табипҡа 5962 тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәр, был күрһәткес үткән йыл менән сағыштырғанда 13%-ҡа артҡан. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа койка-көн планы - 100, көндөҙгө стационарҙа – 94, поликлиникала 84 процентҡа үтәлгән. Пландың тейешле кимәлдә үтәлмәүе 3 терапия һәм 1 педиатрия участкаларында табиптар етмәүе менән бәйле.
2013 йылда районда төрлө ауырыуҙар, шул иҫәптән ҡан әйләнеше системаһы - 11 , яман шеш - 35, тын алыу ағзалары ауырыуҙары - 11, нервы системаһы - 7 һәм эске биҙҙәр ситемаһы 12%-ҡа артҡан.
Әйтергә кәрәк, йоғошло енси ауырыуҙар һаны кәмеүе, туберкулездың 1,7%-ҡа түбәнәйеүе һәм ВИЧ-инфекцияһының 29%-ҡа артыуы күҙәтелә.
Диспансер һәм профилактик тикшереүгә – 100, флюорографик күҙәтеүгә 57% халыҡ йәлеп ителгән, ауырлы ҡатындарҙы ВИЧ-ҡа, яңы тыуған балаларҙы тулыһынса тикшереү 100%-ҡа үтәлгән.  
Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы планлы медицина ярҙамы күрһәтеү күләме кәмеү сәбәпле һаулыҡ һаҡлау учреждениелары оптимәлләштерелде. Ырғыҙлы, Иҫке Мөсәт, Ҡурғашлы, Бәләкәй Ҡыпсаҡ һәм Мәҡсүт фельдшер-акушер пункттары ябылды.
Был үҙгәрештәр Рәсәй хөкүмәте тарафынан алып барылған сәйәсәт һәм ул йән башына финанслау күҙлегенән сығып хәл ителә. 2013 йылда Бөрйән үҙәк дауаханаһы тулыһынса һаулыҡ һаҡлау министрылығы тарафынан финансланды. Район халҡының һаулыҡ торошо даими иғтибар үҙәгендә ҡала һәм был проблема һаулыҡ һаҡлау министры  урынбаҫары ҡатнашлығында район Советы сессияһында ҡаралды, көрсөктән сығыу юлдары билдәләнде. “Ауыл табибы” программаһы буйынса районға килгән йәш табиптарға ер участкалары биреләсәк. Үткән йылда йәш белгестәр өсөн ике йорт төҙөлә башланы. Артабан да ошо йүнәлештә эште дауам итеү мотлаҡ. Шулай уҡ, бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә белем алыусы өмөтлө белгестәребеҙҙе районға ҡайтарыу өсөн маҡсатлы эш алып барырға кәрәк.  
МӘҒАРИФ
2013 йылда белем биреү системаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленде. Дөйөм белем биреүҙе модернизациялау сиктәрендә федераль һәм республика бюджетынан 6 млн. һум аҡса бүленде.
Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол һәм Әбделмәмбәт мәктәптәренә 3 “Газель” автобусы һәм 2 ПАЗ машинаһы, 4 мәктәп өсөн цифрлы лабораториялар һәм 9 мәктәп өсөн химия, физика, информатика һәм тарих кабинеттары тапшырылыуы уларҙың матди базаһын яҡшыртты.
Белем усаҡтарының матди-техник базаһы шулай уҡ 96 компьютер, лаборатор ҡорамалдар, 670 мең һумға телевизорҙар, документ  камералар, 574 мең 400 һумға спорт инвентарҙары һәм ҡорамалдары, 383 мең һумға медицина ҡорамалдары, 766 мең һумға ашхана ҡоролмалары менән тулыланды. Мәктәп китапханалары фондына 2 млн. 400 мең һум, белем усағы структураһын үҫтереүгә 3 млн. 12 мең 900 һум аҡса бүленде.
Юғары кластарҙа профилле уҡытыу муниципаль мәғариф системаһының мөһим йүнәлеше булып тора. 2 база мәктәбендә химия-биология, физика-математика, тәбиғи-гуманитар һәм социаль-иҡтисади профиль буйынса белем бирелә.
Мәктәпте тамамлаусы 60% сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иҫке Собханғол, Байназар һәм Әбделмәмбәт мәктәптәрендә 6 уҡыусы аттестат алманы.
Районыбыҙҙа балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса Пионерҙар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Яҙҙауар» йәш натуралистар станцияһы һәм «Ағиҙел» тәрбиә-һауыҡтырыу лагеры эшләй. Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Наилә Ғәлина һәм Алина Боҫҡонова гирь күтәреү буйынса Рәсәй беренселегендә 3-сө урын яулап, Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты исеменә лайыҡ булдылар. Иҫке Собханғол һәм Иҫке Монасип хоккей командалары Башҡортостандың үҫмерҙәр хоккей лигаһында уңышлы сығыш яһай.  
Балалар баҡсаларында 46 төркөм иҫәпләнә, уларҙа 1031 бала тәрбиәләнә, сиратта 230 бала тора. Өҫтәмә урындар булдырыу өҫтөндә эштәр башҡарыла. 2014 йылда Иҫке Собханғол мәктәбенең Яңы Усман, Ырғыҙлы мәктәбенең Ғәҙелгәрәй, Иҫке Монасип мәктәбенең Тимер филиалдарында һәм Байназар мәктәбендә 20 урынлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын асыу планлаштырыла.
Иҫке Собханғол 132-се һөнәрселек училищеһында 30 автомеханик, 24 һатыусы, тракторист-машинист һөнәрҙәре буйынса 22 сығарылыш уҡыусылары белем һәм тәрбиә алды. 2014 йылдың 1-се ғинуарына ҡарағанда, бөтә төркөмдәрҙә 193 уҡыусы белем ала. Отчет йылында уҡыусылар һанын тултырыу планға ярашлы үтәлде.  
Бөгөнгө заман уҡытыусылар һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында бик етди бурыстар ҡуя. Тәү сиратта, был өлкәлә модернизация кәрәк, тибеҙ. Йәғни бөгөнгө уҡыусыларға белем биреү генә етмәй, уларға алған белемдәрен тормошта файҙаланырға өйрәтеү, хәл-ваҡиғаларға яраҡлашырға, тормошта үҙен табырға ярҙам итеү, йәшәргә өйрәтеү талап ителә. Бының өсөн бала мәктәптә мәғлүмәт технологияларын ныҡлап өйрәнергә тейеш, сөнки беҙҙең заман – ул техника, компьютер һәм интернет заманы. Бөгөнгө көн талаптарына ярашлы уҡытыу һәм тәрбиә процесын ойоштороу, яңы дәүләт белем биреү стандарттарына күсеү, уҡытыусыларҙың компетентлығын күтәреү, профессиональ белем биреү системаһын камиллаштырыу актуаль проблемалар булып һанала.
Шуныһы ҡыуаныслы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһе быйыл июндә Бөрйән ерлегендә үтәсәк һәм уны лайыҡлы үткәрер өсөн әҙерлек эштәрен бөгөндән башларға кәрәк.
МӘҘӘНИӘТ
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. «2011-2015 йылдарға мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү», «2011-2014 йылдарға китапханалар эшен үҫтереү» һәм «Ҡурай» муниципаль программаларын тормошҡа ашырыу уңышлы дауам итә.
Район таланттары республика сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһап, Бөрйәнебеҙҙең данын күтәрҙеләр. “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһендә яҡташыбыҙ Лилия Бикембәтова Гран-приға лайыҡ булды, бейеүсе Ирек Шәмиғолов һәм “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле бәйгенең ике турын да үтте. Ошо уҡ бәйгелә балалар араһында  Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Ғәбитов Алмаз икенсе урын, оло йәштәгеләр араһында Дәүләтбай Рәхмәтуллин Гран-при яуланы.
«Бөрйәнемде моңдар иле тиҙәр, бында донъя моңдан ярала» тип исемләнгән бәйге райондың бөтә ауылдар халҡын йәлеп итте. Район мәктәптәре коллективтары араһында үткән «Халҡым хазинаһын юлдаш итеп» халыҡ ижады фестивале, Йәнғәле Вәхитов исемендәге бейеү байрамы һәм башҡа саралар ойошторолдо. Йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн шаяндар һәм отҡорҙар клубы, «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы»на арналған ижади бәйгеләр, китап уҡыусылар конкурсы йәнле үтте.
Ауыл мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыу өсөн  республика бюджетынан 1 млн. һум аҡса бүленде. Отчет йылында Кейекбай, Мәһәҙей, Тимер, Аҫҡар, Әбделмәмбәт, Байназар һәм Иҫке Собханғол мәҙәниәт йорттарының мейестәре яңыртылды. Мораҙым, Кейекбай, Исламбай, Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратуралар, район мәҙәниәт йортона һәм сәнғәт мәктәбенә 3 баян, «Ялҡын» бейеү ансамбленә костюмдар һатып алынды.
Мәҡсүт ауылында мәктәп икенсе бинаға күсеү сәбәпле китапхана бөтөрөлдө, китап фонды Ҡотан ауыл китапханаһына тапшырылды. Мәҡсүт ауылына күсмә китапхана йөрөйәсәк.
2014 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда «Мәҙәниәт йылы» тип иғлан ителде. Мәҙәниәтте үҫтереү һәм һаҡлау, мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын тулыландырыу, төрлө саралар үткәреү планға ярашлы алып барырға кәрәк.  “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”, Шәжәрә байрамдарын һәр бер ауылда үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйырға кәрәк, сөнки улар ауылдарҙы төҙөкләндереү, сәләмәт тормош алып барыу һәм халыҡты берләштереү сараһы булып тора.
Емерек хәлдә булған мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү, эште йәнләндереү - көнүҙәк мәсьәлә. Мәҙәниәт — ул байрам йә булмаһа айырым сара ғына түгел, ә рухи йәһәттән бай йәмғиәт төҙөү өсөн көн һайын башҡарыла торған ентекле хеҙмәт һәм был өлкәнең һөҙөмтәле эшләүе заман талабына әүерелә. Тармаҡтың бөгөнгө  проблемаларын хәл итеү  буйынса башҡараһы эштәр әле бихисап.
СПОРТ
Бөрйән районында спортты үҫтереү эше һөҙөмтәле бара. Беҙҙең спортсыларыбыҙ районда, республикала ғына түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең эш планы халыҡтың һаулығын, физик һәләтен яҡшыртыу, әүҙем ял ойоштороу һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн спортсыларҙы әҙерләү маҡсатында үтәлде. Үткән йылда 84 спорт сараһы үтте, уларҙың 36-һы йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында «Беҙ наркотиктарға ҡаршы, беҙ сәләмәт тормош яҡлы» девизы аҫтында ойошторолдо.
Архангельск ҡалаһында үткән ветерандар араһында гирь күтәреү буйынса Донъя һәм Европа чемпионатында Сәмәра Хәлитова донъя чемпионы исемен яуланы. Ул 30 минут эсендә 10 килограммлыҡ гирҙе 667 тапҡыр күтәреп донъя рекордын ҡуйҙы. Йәмил Шәғәлин 40-44 йәшлектәр араһында донъя чемпионы булыуға өлгәште.
Белорус Республикаһы Минск ҡалаһында үткән гирь күтәреү буйынса Халыҡ-ара ярыштарҙа Әбделмәмбәт ауылының «Гиревик» спорт клубы еңеү яуланы.
Райондың спорт командалары 35 зона һәм республика ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Отчет йылында ветерандар араһында гирь күтәреү буйынса 5 донъя һәм Европа чемпионы, төрлө спорт төрө ярыштары буйынса 2 Рәсәй призеры, 35 республика чемпионы һәм призеры үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырҙы. Еңел атлетика, көрәш һәм мини-футбол буйынса яҡшы күрһәткестәр бар.  
Районда спартакиадалар, шахмат, шашка, волейбол, мини-футбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса саралар үткәреү йолаға инде.
2013 йылда спорт сараларын ойоштороуға район бюджетынан - 838,  бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 45 мең һум бүленде.
Үткән йылдың декабрендә “Урал” физкультура-һауыҡтырыу үҙәге асылыу – район тарихында ҙур ваҡиға булды. Хәҙер бында район халҡы өсөн һаулыҡ нығытыу, төрлө спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнеү,  ярыштар ойоштороу өсөн мөмкинлектәр киңәйҙе. Әбделмәмбәт, Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол ауылдарында хоккей майҙансыҡтары сафҡа инде.
Ағымдағы йылда спорт өлкәһендә эшләгән белгестәргә  район халҡының ялын, сәләмәтләндереүен маҡсатлы рәүештә ойошторорға, сәләмәт тормошто пропагандалауға бар көстәрен һалып эшләргә кәрәк.  Саңғы спортын популярлаштырыу өсөн район үҙәгендә  саңғы трассаһы булдырырға кәрәк, ул үҙ сиратында балаларҙың күпләп ошо спорт төрөнә килеүенә һәм районды республика, ил кимәлендә танытырлыҡ спортсылар үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ район күләмендә йүгереү марафондары үткәреүҙе матур йолаға әйләндерергә кәрәк. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә төрлө спорт ярыштары уҙғарыу мөһим. Спорт менән дуҫ булған кеше насар ғәҙәттәр-ҙән ары торасаҡ, ул кешене шәхес булараҡ та тәрбиәләй.
МАТБУҒАТ
«Таң» гәзите редакцияһы отчет йылында йәмғиәт өсөн әһәмиәтле тип иҫәпләнгән һәм дәүләт заданиелары булараҡ еткерелгән темаларҙы яҡтыртыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барҙы.
Гәзиттә донъя күргән критик материалдар буйынса район хакимиәте, етәкселәр кимәлендә саралар күрелеүе йәмғиәттәге кире күренештәрҙе кәметеүгә булышлыҡ итте.
2013 йылда дәүләт заданиеһына ярашлы тираж 150 һан булды. Барлыҡ сығымдар 4 млн. 356 мең тәшкил итһә, шуның 1 млн. 786 мең һумы республика бюджетынан финансланды, башҡа сығымдар үҙ килем иҫәбе 2 млн. 657 мең һумға ҡапланды.
Редакцияның килем өлөшөн арттырыу тиражға ла бәйле, йыл эсендә ул еткерелгән күләмдән артыҡ кәмемәгән. Отчет йылында тираж буйынса дәүләт заданиеһы 3 мең данаға еткерелһә, тираж 3050-3100 экземплярға етте, үтәлеш 103% булды.

ПОЧТА ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮЕ
Бөрйән районында 10 почта бүлексәһе эшләй. 34 ауылды 28 почтальон хеҙмәтләндерә. 2014 йылдың 1 яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу 80%-ҡа (2013 йылда 105%) үтәлде. Ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары гәзит-журналдарға яҙылыу барышында ярҙам күрһәтте.
ГРАЖДАНДАР МӨРӘЖӘҒӘТЕ ҺӘМ ХАЛЫҠТЫ ҠАБУЛ ИТЕҮ
Бөрйән районы хакимиәте башлығы тарафынан халыҡты ҡабул итеү көндәре итеп һәр аҙнаның дүшәмбе көнө сәғәт 10.00-дан 12.00-гә тиклемге ваҡыт билдәләнгән. Был сара граждандарҙың көнкүрешендә килеп тыуған һәм үҙ көсө менән хәл итә алмаҫлыҡ һорауҙарын хакимиәт башлығы менән уртаҡлашыу өсөн булдырылды. Отчет осоронда 345 граждан ҡабул ителде, шул иҫәптән 20% - ер, ҡалғаны - шәхси һорауҙар мөрәжәғәте.
Район хакимиәте тарафынан 1505 ғариза ҡабул ителде (2012 йылда – 1689), уларҙың 72%-ты - ер, 1,9 - эшкә урынлашыу, 4,2 - торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләре, 21,9%- шәхси һорауҙар.
Интернет аша мөрәжәғәт итеү хоҡуғын йыл эсендә 17 граждан ҡулланған.  
2013 йылдың 12 декабрендә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә, илдә беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй халыҡты ҡабул итеү көнө үтте. Муниципаль район хакимиәте лә был сарала ҡатнашты. Уның төп маҡсаты – илдәге халыҡ үҙ проблемаларын төрлө учреждениеларға йөрөп түгел, ә бер урында ғына мөрәжәғәт итеп яуап алырға булышлыҡ итеү.
Бөтә төр мөрәжәғәттәрҙең структураһын анализлау шуны күрһәтә: районда халыҡты борсоған өҫтөнлөклө проблемаларҙың береһе – торлаҡ мәсьәләһе. Кемдер был һорауҙы ағас һорап хәл итергә тырыша, ә кемдер маҡсатлы программаларҙа ҡатнашырға теләк белдерә. Икенсе киҫкен проблема булып коммуналь инфраструктураны үҫтереү һорауы яңғырай, айырыуса ул Баҙал биҫтәһендә йәшәүсе халыҡ өсөн актуаль. Эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр өсөнсө урынды биләй.  
ПОЛИЦИЯ ХЕҘМӘТЕ
Бөрйән районы полиция бүлексәһе  2013 йылда муниципаль район хакимиәте һәм барлыҡ көс структуралары менән берлектә террористик һәм экстремистик хәлдәрҙе иҫкәртеүгә, уларҙы булдырмауға арналған эштәр уҙғарҙы. Бар саралар криминоген хәлде контролдә тотоуҙы, уның насарайыуына юл ҡуймауҙы, оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә ыңғай күренештәр булдырыуҙы тормошҡа ашырҙы. Полиция бүлексәһендә 2013 йылда 3059 мөрәжәғәт теркәлгән, был күрһәткес алдағы йылға ҡарағанда 273-кә кәм. Йыл эсендә 160 енәйәт эше асылған, 42 эш әлегә билдәһеҙ, хоҡуҡ боҙоу эштәрен асыҡлау кимәле – 74,2%.
Бары тик эскелек нигеҙендә фатирҙарҙа урлашыу, һуғышыу һәм ғаиләләрҙә ғауғалышыу осраҡтары артыу өҫтөндә.
2011 йылда Эске эштәр министрлығы уҙғарған реформалар һөҙөмтөһендә Бөрйән районында патруль-пост хеҙмәте, юл хәүефһеҙлеге идаралығы бөтөрөлөүе тәртип һағында тороусылар өсөн генә түгел, бөтә район өсөн өҫтәмә проблемалар тыуҙырҙы.  Халыҡ техникаһын иҫәпкә ҡуйыр өсөн Белорет ҡалаһына юлланырға, юл-транспорт фажиғәһе булһа, сәғәттәр буйы Белореттан инспекторҙар килеүен көтөргә мәжбүр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проблема бөгөнгө көндә генә хәл ителә торған мәсъәлә түгел. Хоҡуҡ һағындағыларға көндәлек эштәрендә ауыл хакимиәттәре һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә эш алып барырға, айырыуса эскелек, урманды законһыҙ ҡырҡыу кеүек күренештәрҙе кәметеүҙә профилактик эште әүҙемләштерергә  кәрәк.
Хөрмәтле райондаштар!
2013 отчет йылында район хакимиәте халыҡтың ижтимағи хәленә мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышты. Ауылдарҙа, ойошма һәм предприятиеларҙа халыҡ һәм хеҙмәтсәндәр менән осрашыуҙар эҙһеҙ ҡалманы. Киләсәккә пландар күҙалланды. 2014 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәтте үҫтереү буйынса Хөкүмәт планына ярашлы, районыбыҙҙа тейешле эштәр башҡарыу мөһим.    




Возврат к списку